06:30 (UTC+5), 30 Апреля 2010

Башҡортостан геройҙары тураһында китаптар донъя күрҙе

Рауил Рамазанов
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт «Китап» нәшриәтендә Бөйөк Еңеү юбилейына ҡарата «Данлыҡлы исемдәр» рубрикаһы аҫтында Бөйөк Ватан һуғышында дан яулаған Башҡортостандың милли геройҙары тураһында өс китап нәшер ителде.
Рамаҙан Өмөтбаевтың «Генерал Күсимов» документаль повесы үҙен Ватанына һәм уның Ҡораллы Көстәренә тоғро хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының данлыҡлы улы, Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Тайып улы Күсимовтың тормошо һәм ул үткән һуғыш юлдары тураһында мауыҡтырғыс бәйән итә. Китапта 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы фондынан фотоһүрәттәр файҙаланылған.
Ошо уҡ сериялағы икенсе китап Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тураһындағы очерктар һәм хәтирәләр йыйынтығынан ғибәрәт. Китапта Ф.Ғ. Ғүмәров, С.Р. Ҡадыров һәм А.Х. Насыровтың материалдары ҡулланылған.
Өсөнсөһө – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтың ҡайтанан баҫтырылған китабы. Унда автор үҙенең комсомол осоро, еңел булмаған хәрби осоусы-штурмлаусы һөнәре хаҡында йәнле телдә һөйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул Сталинград күгендә, Ҡырымда, Украинала, Белоруссияла һәм Балтика буйындағы алыштарҙа ҡатнаша, һуғышты Германияла тамамлай.
Китаптарҙың барыһы ла матур биҙәлгән, һирәк ҡулланылған фотоһүрәттәр менән байытылған һәм ветерандар өсөн дә, китап һөйөүселәргә лә, һис шикһеҙ, матур бүләккә әйләнәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика