06:08 (UTC+5), 29 Апреля 2010

Өфөлә «Салауат йыйыны батыры» һәм «Сая ҡыҙҙар» конкурсына һайлап алыу туры үтә

Әлфиә Әһлиуллина
«Салауат йыйыны батыры» һәм «Сая ҡыҙҙар» конкурсына һайлап алыу туры Өфөлә 29-30 апрелдә үтәсәк. Уны Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре ойоштора.
«Башинформ» агентлығына халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һайлап алыу турынан үткән конкурсанттар «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамына, республика батыры һәм иң сая ҡыҙы исеменә ярышҡа саҡырыу аласаҡ.
Бының өсөн уларға ижади һәм спорт ярыштарын – бейеү, йыр, сәсәнлек, музыкаль инструменттарҙа уйнай оҫталығы, уҡ атыу, һөңгө ырғытыу кеүек бәйгеләрҙән үтергә тура киләсәк. Бынан тыш, ҡатнашыусыларға үҙҙәре әҙерләгән ҡул эштәрен дә күрһәтеү мотлаҡ.
«Салауат йыйыны» байрамы быйыл 12 июндә Ишембай районында урынлашҡан Торатау итәгендә үтәсәк. Йыйында Рәсәй төбәктәре вәкилдәренең, сит ил ҡунаҡтарының, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарының ҡатнашыуы көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика