13:54 (UTC+5), 29 Апреля 2010

Башҡортостандың студент отрядтары 2010 йылғы хеҙмәт миҙгелен асыуға әҙерләнә

Башҡортостандың студент хеҙмәт отрядтары “миҙгел асыуға” әҙерләнә. Юғары уҡыу йорттары студенттары үткән йылдар традицияһын быйыл да дауам итәсәк – йәйге осорҙа улар йәш белгестәрҙең квалификациялы ярҙамы талап ителгән ергә юлланасаҡ.
Яңы хеҙмәт миҙгеле алдынан БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында республика студент хеҙмәт отрядтары кураторҙары һәм командирҙары өсөн белем биреү семинарҙары үтә.
Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ике көнлөк семинарҙың программаһы бай эстәлекле. Беренсе көн башҡарма һәм закондар сығарыу власы менән хеҙмәттәшлек итеү, объекттар һайлау, ойоштороу системаһы мәсьәләләренә арнала. Шулай уҡ уҡыу йорттары базаһында студент отрядтары штабын ойоштороу варианттары һәм уларҙың эш менән тәьмин итеү үҙәктәре менән хеҙмәттәшлеге лә тикшереләсәк. Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы филиалы, шулай уҡ «Перспектива» республика вожатыйҙар әҙерләү үҙәге вәкилдәре коллективты берләштереү, студент отрядтарының хеҙмәтен һәм ялын ойоштороу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Икенсе көн программаһында команда төҙөү, лидерлыҡ һәләттәрен үҫтереү һәм коллективта конфликттарҙы хәл итеү алымдары буйынса психологик тренингылар үткәреү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика