Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2010, 16:14

Өфөлө Әхмәтхужин йәштәр беренселегендә “бронза” алды

Польшаның Гданьск ҡалаһында 23 йәшкә тиклемге фехтовальщиктар ҡатнашҡан йәштәр араһындағы Европа чемпионатында рапирасылар турниры үткәрелде. Өфөлө Артур Әхмәтхужин “бронза” яуланы.
Ярымфиналға сығыр өсөн алышта Артур еңел генә ике белорусты еңде – Александр Лукашевичты – 15:4 һәм Сергей Быкты – 15:5.
Сирекфиналда өфөлө ҡылысына испан фехтовальщигы Карлос Льявадор ҡаршы тора алманы — 15:8.
Ә бына ярым финалда Алессио Фокони башҡорт спортсыһына өмөт ҡалдырманы – 15:7.
Фокониның яҡташы — Джорджо Авола — финалда үҙе кеүек үк бик тиҙ Алессионың кәрәген бирҙе – 15:8.
Автор:Дмитрий Слезин | фото: Рәсәй Фехтование федерацияһы
Читайте нас: