05:00 (UTC+5), 26 Апреля 2010

Өфөлә хәрби-патриотик клубтар фестивале үтә

Эльмира Сабирова
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған Республика хәрби-патриотик клубтар фестивале Өфөлә 2 майҙа башлана.
Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға Күмертау, Ишембай, Межгорьенан, шулай уҡ Туймазы, Йәрмәкәй һәм Башҡортостандың башҡа район һәм ҡалаларынан 20-нән ашыу хәрби-патриотик клубтар һәм берекмәләр тәрбиәләнеүселәре йыйыласаҡ.
Йәштәр сафта йөрөү һәм йыр конкурсында, хәрби спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа, интеллектуаль бәйгеләрҙә ҡатнашасаҡ. Еңеүселәр кубоктар, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланасаҡ. Ә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән, беренсе урын алған команда капитаны “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам премияһына тәҡдим ителәсәк.
«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар һәм үҫмерҙәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу, сәләмәт тормошто пропагандалау, әүҙем гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләү, хәрби-патриотик клубтар һәм берекмәләр араһында бәйләнештәр һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы булдырыу, шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүҙе популярлаштырыу – фестивалдең төп маҡсаты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика