Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2010, 16:22
Башҡортостан дзюдосылары Рәсәй чемпионаты миҙалдары менән
Зеленоградта ишетеү һәләте буйынса инвалид спортсылар араһында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. «Башинформ» агентлығына Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы командаһы дөйөм команда иҫәбе буйынса икенсе урын алған.
Көрәшселәребеҙ Силәбе дзюдосыларын ғына үткәргән. Санкт-Петербург йыйылма командаһы өсөнсө урында.
Чемпионаттың «алтын» миҙалдарын Заур Бедоноков, Рөстәм Нәжметдинов яулаған; «көмөш» наградалар Ринат Ҡадыров менән Дамира Ғариповаға эләккән; Александр Майоров, Валентин Ильин һәм Ксения Богдановала - «бронза».
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
инвалидтар спорты
дзюдо
Читайте нас: