06:08 (UTC+5), 21 Апреля 2010

Башҡортостанда «Парктар маршы» старт алды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Бөгөн республикала «Парктар маршы – 2010» акцияһы старт алды. Уның сиктәрендә тәбиғи урмандарҙы һәм ултыртылған ағастар һыҙаттарын таҙартыу, урамдарҙа һәм ихаталарҙа сүп-сарҙы йыйыштырыу, торама пункттарҙы йәшелләндереү буйынса тәбиғәтте һаҡлау акциялары үтә. Мәктәптәрҙә экологик дәрестәр, киләсәк быуын өсөн тәбиғәтте, биотөрлөлөктө һаҡлау зарурлығы тураһында әңгәмәләр һәм лекциялар үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акцияла республиканың бар урман хужалыҡтары ла әүҙем ҡатнаша. Атап әйткәндә, Туймазы урман хужалығы белгестәре менән Туймазы, Шаран, Саҡмағош, Бүздәк, Баҡалы райондарын йәшелләндереү өсөн ағас үҫентеләре әҙерләнгән. 550 гектар майҙанда яңы урман ултыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ янғындан зарарланған урман массивтары торошон контролләү буйынса планға ярашлы эштәр ҙә дауам ителәсәк.
Бөгөнгө көндә янғынға ҡаршы мобиль төркөмдәр ойошторолған, янғын хәүефе осорона белгестәр дежурлығы буйынса график төҙөлгән.
«Парктар маршы – 2010» акцияһы 24 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика