05:16 (UTC+5), 21 Апреля 2010

Башҡортостанда икенсегә удмурт һылыуҙарының «Чеберина» конкурсы үтте

Николай Ермоленко
Яңауыл районының Шудек ауылы мәҙәниәт йортонда икенсегә Башҡортостандың удмурт һылыуҙарының «Чемберина» конкурсы үтте. Тәүге тапҡыр ул ике йыл элек ойошторолдо һәм 20 йәшлек Лиана Миңлемөхәмәтоваға еңеү алып килде. Яңы конкурстың гран-прийы һәм бүләктәренә айырым номинацияларҙа удмурт милләтенән булған 11 сибәр ҡыҙ дәғүә итте: бишәүһе Яңауыл районынан, өсәүһе Тәтешленән, икәүһе Ҡалтасынан һәм йәнә бер һылыу Нефтекаманан. Ҡатнашыусыларға 15 - 22 йәш. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм эшләп йөрөүселәр ҙә бар ине.
Ҡыҙҙарға йөҙ-ҡиәфәтен генә түгел, эске матурлығын да күрһәтергә мөмкинлек биргән биш конкурста ҡатнашырға тура килде. Тәүге һынау – визитка. Икенсеһе — өйгә эш – милли аш-һыу. Уны әҙерләүҙән тыш, матур итеп бирә белергә лә кәрәк ине. Өсөнсө һынау ҙа алдағыһына оҡшаш – милли костюм конкурсы, удмурт милли костюмын кейеп күрһәтеү менән бергә, уны ниндәй осраҡтарҙа кейеү кәрәклеге хаҡында бәйән итеү мотлаҡ. Интеллектуаль конкурс –удмурт йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү. Һынауҙарҙың йомғаҡлау этабы «минең һәләттәрем» тип атала һәм һылыуҡайҙарға һайлау мөмкинлеге бирә: улар йыр, бейеү, шиғыр һөйләүҙә ярышты.
Һылыуҙарҙан иң һылыуын компетентлы һәм объектив жюри билдәләне, баһалама ағзалары иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Башҡортостан удмурттарының тарихи-мәҙәни үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте, шулай уҡ Удмуртия Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы вәкилдәре лә бар ине.
"Чеберина"ның гран-прийын Мальвина Нуриева яуланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика