04:59 (UTC+5), 21 Апреля 2010

Башҡортостан уҡыусыһы үҙенең тикшеренеү эшен Мәскәүҙә яҡланы

Мөсәүир Камалетдинов
Мәскәүҙә йәштәрҙең фәнни тикшеренеү һәм ижади эштәренең “Рәсәйҙең милли байлығы” бөтә Рәсәй асыҡ конкурсы тамамланды. Ул Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә һәм Антон Чеховтың тыуыуының 150 йыллығына арналғайны. Ситтән тороп ҡатнашыу туры йомғаҡтары буйынса Туймазы районы 1-се Ҡандры урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Татьяна Джумма һәм уның ғилми етәксеһе, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы Рүзилә Баҡыева Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһына конференцияға саҡырыу алды, унда Татьянаға «Рауил Мөхәмәт улы Өмөтбаев – Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусынан арҙаҡлы Өмөтбаевтар нәҫеле вариҫы» исемле тикшеренеү эшен яҡларға тура килде.
Татьяна Джумма эшен уңышлы яҡлап сыҡты һәм беренсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Тезистары махсус йыйынтыҡта баҫылды. Татьянаның ғилми эше Туймазы уҡыусыларының – бөтә Рәсәй һәм республика ғилми-ғәмәли конференциялар еңеүселәре һәм бүләкләнеүселәренең тикшеренеү эштәре нәшер ителергә тейешле йыйынтыҡҡа ла индереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика