12:22 (UTC+5), 20 Апреля 2010

Мостай Кәримдең ҡыҙы шағир тураһында инглиз телендә һөйләй

Әлфиә Әһлиуллина
21 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының икенсе корпусында үҙенсәлекле осрашыу ойошторола. Унда Өфөнөң 1-се педагогия колледжы һәм 3-сө гимназияһы уҡыусылары ҡатнашасаҡ.
«Башинформ» агентлығына Милли китапхана директоры урынбаҫары Галина Евдищенконың хәбәр итеүенсә, осрашыуҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады һәм тормошо хаҡында һүҙ барасаҡ. Саҡырылған ҡунаҡтар халыҡ шағиры тураһында уның ҡыҙы Әлфиә Кәримованан ишетеп беләсәк.
— Буласаҡ сараның инглиз телендә үткәрелеүе уның төп үҙенсәлеге һанала. Ойоштороусылар - «Башҡортостан – АҠШ» йәмәғәт берекмәһе менән Милли китапхананың сит ил телендәге әҙәбиәт бүлеге шулай ҡарар иткән, — ти БР Милли китапханаһы директоры урынбаҫары.
Уның әйтеүенсә, Әлфиә Мостафа ҡыҙы Өфө дәүләт авиация техник университетында инглиз теле кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй. Шекспир телен бар нескәлегендә белә.
Осрашыу барышында ойоштороусылар Мостай Кәрим ғаиләһенең дуҫы Шәүрә Ғилманова төшөргән документаль фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика