12:33 (UTC+5), 19 Апреля 2010

Үткән субботникта 530 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Ғәлиә Нәбиева
Бар республика буйынса үткән экологик субботникта 530 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һигеҙ меңгә яҡын техника берәмеге эшкә ҡушылған. Активистар менән 19 мең тоннаға яҡын сүп-сар йыйып алынған һәм полигонға, сүплеккә сығарылған. Шундай мәғлүмәт бирә БР Экология министрлығы.
Юл хеҙмәттәре менән 228 мең квадрат метр юл япмаһы ремонтланған. Торама пункттарҙың ҡойма, бина фасадтары һәм башҡа төрлө төҙөкләндереү элементтарына ремонт башланған. Бер нисә районда йәшелләндереү эштәрен башлағандар. Бындай эштәр Ишембай, Федоровка, Хәйбулла райондарында һәм Өфөлә алып барыла. Дөйөм алғанда 209 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған.
Республиканың һәр муниципаль районында махсус комиссиялар ойошторолған, саралар планы раҫланған. Сибайҙа, Учалыла һәм Баҡалы районында «Таҙа кесаҙна» санитар көндәре үткәрелә. Өфөлә «Санитар йома көндәре» ойошторола.
Экологик субботниктар үткәргән ваҡытта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын республиканың сүплектәрендә һәм полигондарында урынлаштырыу бушлай башҡарыла.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика