12:13 (UTC+5), 19 Апреля 2010

Башҡортостан коллективтары Бөтә Рәсәй оркестрҙар һәм рус халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурсы еңеүселәре иҫәбендә

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостандың бер юлы бер нисә коллективы ошо көндәрҙә Силәбелә барған С.Садаков исемендәге Бөтә Рәсәй сәнғәт уҡыу йорттары оркестрҙары һәм рус халыҡ инструменттары ансамблдәре конкурсының еңеүсеһе булды.
«Башинформ» агентлығына конкурс жюрийына саҡырылған ағзаларҙың береһе – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллиндың хәбәр итеүенсә, беҙҙең республика командаһы конкурста иң күренеклеләрҙән булған. Силәбегә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Өфө сәнғәт училищеһы, Салауат музыка колледжы вәкилдәре, Өфөнөң музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре – йәмғеһе ете оркестр һәм ансамбль барған. Шуларҙың барыһы ла тиерлек конкурс еңеүселәре тип табылған һәм 19 апрелдә Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Концерт залында үтәсәк гала-концертҡа саҡырылған.
Рәмил Ғәйзуллин әйтеүенсә, Башҡортостан командалары араһында юғары баҫҡысты Өфө сәнғәт академияһы вәкилдәре яулаған. Улар юғары уҡыу йорттары араһында «Оркестрҙар» номинацияһында беренсе урын алған. Урта уҡыу йорттары араһында ошо уҡ номинацияла Салауат музыка колледжы икенсе урында.
«Ансамблдәр» номинацияһында беҙҙекеләрҙә йәнә ике призлы урын бар. Бында Өфөнөң «Метелица» һәм «Контраст» ансамблдәренә уңыш йылмайған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика