17:38 (UTC+5), 19 Апреля 2010

«Башҡортостан» киностудияһы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында документаль фильм тәҡдим итә

27 апрелдә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Һуғыш беҙҙе балаларға һанаманы…» документаль фильмының презентацияһы үтә. Картина Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған.
«Башинформ» агентлығына киностудияның матбуғат секретаре Динис Сәйетовтың хәбәр итеүенсә, башҡорт кино сәнғәте оҫталарының яңы эше тамашасыларға һуғыш йылдарында илде туйҙырған һәм фронтҡа ҡорал оҙатҡан тыл хеҙмәтсәндәре тураһында бәйән итәсәк. Унда шул йылдарҙағы рәсми архив материалдары – документтар, фотоһүрәттәр, ваҡиғалар кинохроникаһы ҡулланылған.
Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова етәкселегендәге кино төшөрөүселәр бригадаһы фекеренсә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәр береһенең тормош юлы айырым иғтибарға лайыҡ:
— Шуға күрә документаль материалдар ғына түгел, фронтҡа киткән атай, ағайҙары урынына үҫмер саҡтан уҡ производствоға килгән кешеләрҙең үҙҙәренең һөйләгәндәре лә фильм нигеҙенә ятты, - ти Вилүрә Иҫәндәүләтова.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика