16:17 (UTC+5), 16 Апреля 2010

Йәштәр театры гастролдәр менән Һамарға бара

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры гастролдәр менән Һамарға юллана. Унда Һамар «Самарт» йәш тамашасы театры сәхнәһендә башҡорт артистары Гейл Корнелиссондың «Золушка»һын, Анатолий Приставкиндың «Ночевала тучка золотая» һәм татар драматургы Туфан Миңнуллиндың «Йән киҫәккәйем» (башҡорт телендә) спектаклдәрен күрһәтә.
Спектаклдәр 18-нән 20 апрелгә тиклем барасаҡ.
Өҫтәп үтәйек, Милли йәштәр театрында параллель рәүештә ике яңы спектаклдең репетициялары бара. Башҡорт труппаһы «Ун икенсе төн» спектаклен (Уильям Шекспир буйынса) әҙерләй, премьераһы 18, 19 майға билдәләнгән. Рус труппаһы «Отель двух миров» әҫәре өҫтөндә эш алып бара (Эрик-Эммануэль Шмит буйынса). Тамашасы уны киләһе миҙгелдә генә ҡарай аласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Йәштәр театрының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика