10:29 (UTC+5), 16 Апрель 2010

«Нур» театры онкология сирле балаларға ярҙам итә

Әлфиә Әһлиуллина
19 апрелдә Өфө “Нур” дәүләт татар театрында онкология сирле балаларға ярҙамға «Яратам һине, тормош!» хәйриә концерты үткәрелә. Диана Сиражитдинова ойошторған «Жар-птица» онкосирле һәм һәләтле балаларға ярҙам итеү йәмәғәт фонды – уның төп инициаторы.
«Башинформ» агентлығына «Нур» театрының матбуғат секретаре Гөлнур Усманованың хәбәр итеүенсә, концерттан килгән бар аҡса хәйриә ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк. Атап әйткәндә, Дарья Демидоваға, Ләлә Мирхәйҙәроваға, Роман Атаевҡа матди ярҙам күрһәтеләсәк.
Театр хеҙмәткәре әйтеүенсә, мәрхәмәтлек концерты программаһында “Нур”ҙың иң яҡшы актерҙары – Гөлназ Биктимерова, Вилдан Мисбахов, Лина Ғәниева, Руслан Хисаметдинов һәм башҡалар ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика