Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2010, 09:59

Наркополицияның «ышаныс телефоны»на килгән һәр икенсе шылтыратыу раҫлау таба

Тулы булмаған аҙнала Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының «ышаныс телефоны»на (8-800-347-20-30) наркотик һатыу һәм ҡулланыу урындары тураһында 30 хәбәр килгән. Һәр икенсе шылтыратыу раҫлау тапҡан.
Шундай шылтыратыуҙарҙың береһе, Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәт буйынса, Өфөлә дезоморфинсыларҙың притонын юҡ итергә ярҙам иткән. Хәбәрҙе тикшереү барышында наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре наркотиктан иҫергән дүрт гражданды ҡулға ала. Наркопритон ойошторған өсөн фатир хужаһына ҡарата енәйәт эше асыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Автор:Юлай Мәғсүмов
Читайте нас: