10:45 (UTC+5), 16 Апрель 2010

Ишембайҙа йәнә бер наркопритон юҡ ителде

Юлай Мәғсүмов
Тыумышы менән Свердловск өлкәһенән булған эшһеҙ Ишембайҙа Стаханов урамындағы фатирын наркомандар өсөн йыйылыу урынына әйләндергән. Күршеләренең даими ялыуы, шау-шыу, фатирҙан килгән насар еҫ наркоконтроль хеҙмәткәрҙәрендә шик ҡалдырмай: бында бер нисә ай дауамында дезоморфин ҡулланыусылар йыйыла.
«Башинформ» агентлығына Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Елена Скоринаның хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың мартында ғына ошо норкопритонға даими килеүсе, наркотиктан иҫергән ике кеше - Нижневартовскиҙан водитель һәм Ишембайҙан бер эшһеҙ тотолған.
Фатирҙа тикшереү барышында, хужанан тыш, йәнә өс кеше - ике йәш егет һәм урлау, талау өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителеп өлгөргән 25 йәшлек эшһеҙ ҡатын да булған. Наркополицейскийҙар менән туҡтауһыҙ дезоморфин етештереү өсөн бар кәрәкле ҡулайламалар, шулай уҡ ҡулланылған шприцтар табылған.
Ишембайҙа был йыл башынан алып юҡ ителгән дүртенсе притон.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика