06:46 (UTC+5), 13 Апреля 2010

Йәштәр инновацион проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсы

Эльмира Сабирова
Башҡортостандың йәш ғалимдары һәм студенттары Рәсәйҙә башланған Владимир Зворыкин исемендәге йәштәр премияһы тапшырыуға инновацион проекттар конкурсында ҡатнаша ала. РФ Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан ойошторолған был ярыш уйлап табыу әүҙемлеген күтәреүгә, йәш уйлап табыусыларҙың һәм инноваторҙарҙың фәнни-техник ҡеүәтен ватан һәм сит ил инвестицион-финанс ресурстары менән бергә туплауға, Рәсәйҙең инновацион ҡеүәте тураһында ыңғай йәмәғәтселек фекере булдырыуға йүнәлтелгән. 2010 йылдың декабрендә Мәскәүҙә үткәреләсәк өсөнсө йәштәр инновацион конвенты конкурсты йомғаҡлау булып торасаҡ.
Еңеүселәр һигеҙ номинацияла билдәләнәсәк: өс дөйөм — «Иң яҡшы инновацион идея», «Иң яҡшы инновацион продукт», «Иң яҡшы инновацион проект» һәм биш махсус — «Ядро технологиялары», «Энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергияны һаҡлау», «Космос технологиялары һәм телекоммуникациялар», «Медицина технологиялары», «Стратегик мәғлүмәт технологиялары».
Конкурста үҙ проекттарын www.innovaterussia.ru сайтында теркәгән 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр ҡатнаша ала. Конкурс заявкалары 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Өс дөйөм номинация буйынса проекттар төбәк экспертизаһы ярҙамында, шулай уҡ «Селигер — 2010» форумында «Инновациялар һәм техник ижад» сменаһы, төбәк һәм округ конвенттары сиктәрендә һайлап алынасаҡ.
Биш махсус номинация буйынса проекттарға федераль эксперт советы экспертиза үткәрәсәк. Был йүнәлештәрҙә үҙ эштәрен тәҡдим иткән йәш ғалимдар «Селигер — 2010» йәштәр форумына саҡырыласаҡ.
Ентекле мәғлүмәтте (347) 251-57-11 телефоны аша йәки БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының www.minsport02.ru рәсми сайтындағы «Конкурстар» бүлегендә алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика