09:40 (UTC+5), 12 Апреля 2010

Республиканың һәр гражданына - бушлай юрист кәңәше

Анжелика Ғиззәтуллина
Шишәмбе, 13 апрелдә, 15-17 сәғәттәрҙә "Версия Башкортостана" гәзите редакцияһында сираттағы "ҡыҙыу линия" үткәрелә. Был хеҙмәт түләүһеҙ һәм теләге булғандарҙың барыһы ла юристар ярҙамы менән ҡуллана ала, ни бары Өфөләге 272-79-16 телефон һандарын йыйырға кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был рубрика – даими, граждандар менән туранан-тура аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә ойошторола.
«Ҡыҙыу линия»ға бик күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар "Версии Башкортостана" гәзитенең киләһе номерҙарында баҫтырыла. Уҡыусыларҙың һорауҙарына квалификациялы һәм тәжрибәле юристар – адвокаттар, прокурорҙар, башҡа төрлө хоҡуҡ һаҡлау структуралары хеҙмәткәрҙәре яуап бирә. Был юлы тура бәйләнештә һеҙҙең менән Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре әңгәмәләшәсәк.
Киләһе "ҡыҙыу линия" 27 апрелдә үткәрелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауҙарҙы шулай уҡ гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин (гәзиттең 15-се битендә) – яуап гәзиттең йәнә бер даими “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика