05:19 (UTC+5), 12 Апреля 2010

Башҡортостан шпагасылары Рәсәй чемпионатында “көмөш” яуланы

Дмитрий Слезин
Мәскәүҙең «Чертаново» спорт комплексында фехтование буйынса Рәсәй йәштәр чемпионаты тамамланды. Турнирҙың һуңғы көнөндә ир-егеттәр араһында шпага буйынса команда ярыштары еңеүселәре билдәләнде.
Татарстан шпагасылары иң яҡшылары булып сыҡты.
Финалда Татарстан мушкетерҙары Рәфис Рафиҡов, Ришат Суфияров, Рәшит Хизбуллин һәм Юрий Шишкиндан торған Башҡортостан командаһын еңде. Алыш 45:39 иҫәбе менән тамамланды.
«Бронза»ны «Мәскәү өлкәһе-1» командаһын 45:29 иҫәбе менән отҡан «Мәскәү-1» йыйылма командаһы яуланы.
Йәштәр араһында Рәсәй беренселеге йомғаҡтары буйынса (мушкетерҙар йәше 23-кә тиклем) илдең йыйылма командаһы ойоштороласаҡ, ул ошо йәш төркөмөндәге Европа чемпионатында ҡатнашасаҡ. Был турнир Польшаның Гданьске ҡалаһында 27 - 29 апрелдә үтергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика