10:16 (UTC+5), 12 Апреля 2010

Апрелдә Башҡортостанда янғынға ҡаршы айлыҡ иғлан ителгән

Юлай Мәғсүмов
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 31 марттан 30 апрелгә ҡәҙәр Башҡортостанда БР Хөкүмәте ҡарары менән янғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителде, уның дауамында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн профилактик саралар комплексы көсәйтелә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш Идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын яҙ-йәй миҙгеле етеү менән торлаҡ секторында, урман массивында, баҡса ширҡәттәрендә, баҫыуҙарҙа янғындар артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, 2009 йылдың мартынан алып сентябренә тиклем республикала 2508 янғын теркәлгән, шул иҫәптән ауыл ерендә - 1403, урмандарҙа - 119.
Был арала ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейес менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу янғындың төп сәбәптәре булып тора.
Янғындарҙы һәм кешеләр үлемен булдырмау маҡсатында республикала йыл һайын бер нисә превентив сара үткәрелә, халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында мәғлүмәт еткереү буйынса эштәр әүҙемләшә.
Янғын хәүефһеҙлеге декларацияһын тултырыу янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса актуаль мәсьәләләрҙең береһе иҫәпләнә. 2008 йылдың 22 июлендәге 123-ФЗ һанлы «Янғын хәүефһеҙлеге талаптары тураһында техник регламент» Федераль законына ярашлы һаҡлау объекттарына декларация тултырыу 2010 йылдың 1 майына тиклем тамамланырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика