Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2010, 15:29

“Еңеүгә тиңләшеү!” фестивале үткәрелә

Өфөлә 16 апрелдә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Еңеүгә тиңләшеү!” Башҡортостан парашют спорты һәм скауттар фестивале үткәрелә. Уны Рәсәй скаут ойошмаһының республика бүлексәһе һәм БР Парашют спорты федерацияһы ойоштора.
Федерация рәйесе Ғәйрәт Манаев хәбәр итеүенсә, фестивалдә ҡатнашыусылар ҙур концерт программаһын ҡараясаҡ, бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, "Парашют темаһына иң яҡшы һүрәт" республика конкурсы еңеүселәрен, танылған спортсы- парашютсыларҙы, шулай уҡ скаутинг лидерҙарын хөрмәтләү планлаштырылған.
Автор:Ирек Мөхәмәҙиев
Читайте нас: