12:36 (UTC+5), 08 Апреля 2010

Башҡортостанда «Немец теле аҙналығы» үтә

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда 12-17 апрелдә «Немец теле аҙналығы» Башҡортостан –Германия мәғариф форумы үтә. Сараның инициаторҙары — «Башҡортостан-Германия» Рәсәй – Германия дуҫлығы йәмғиәте, республиканың БР Немец теле уҡытыусылары, педагогтар, студент-германистар ассоциацияһы.
«Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, республикала Германия мәҙәниәтенә һәм теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм арттырыу - быйыл бишенсегә үтәсәк форумдың төп маҡсаты.
Аҙналыҡ сиктәрендә бер нисә мәғариф саралары үтәсәк, шулар иҫәбендә немец телен уҡытыуҙың заманса алымдары һәм технологиялары тикшереләсәк республика фәнни-ғәмәли конференцияһы, Өфөнөң уҡыу йорттарында немец теле көндәре, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында конкурстар, олимпиадалар ойоштороу ҡаралған. Мәҙәни программала — «Родина» кинотеатрында немец киноһы, немец йыры фестивалдәре, фотокүргәҙмә, концерт.
«Башҡортостанда немец теле: тәжрибә һәм перспективалар. Аралашсы мәҙәни ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре» темаһына түңәрәк өҫтәл форумдың йомғаҡлау сараһы буласаҡ.
«Немец теле аҙналығы» БР Мәғариф министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты, Германия федератив республикаһының Мәскәүҙәге Илселеге, Гете исемендәге Немец мәҙәни үҙәге (Мәскәү), Германияның һәм Рәсәйҙең башҡа төрлө ойошмалары ҡатнашлығында ойошторола.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика