04:58 (UTC+5), 06 Апреля 2010

"Вся Уфа" телеканалында ғәжәп шәп каникулдар

Юлай Мәғсүмов
Өфөнөң ике балалар йорто тәрбиәләнеүселәре “Монте-Кристо" мюзиклын ҡарарға Мәскәүгә юллана. Уларға бындай мөмкинлекте «Вся Уфа» телекомпанияһы менән билдәле алып барыусы Сергей Майоровтың берлектәге проекты бүләк итә.
«Иҫ киткес каникулдар» проекты сиктәрендә 3-сы ҡала балалар йорто менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре араһында ижади конкурс үтте. Был конкурсҡа әҙерлек сифатында мастер-кластар ойошторолдо: дизайн өлкәһендә белгестәр һәм профессиональ бейеүселәр балаларҙы оҫталыҡтары нигеҙҙәренә өйрәтте.
Конкурс финалы булған бал-маскарад 4 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолдо. Ҡатнашыусылар жюриға үҙ ҡулдары менән эшләгән тарихи костюмдарҙы, корабль моделдәрен тәҡдим итте, викторина һорауҙарына яуап биреп, Александр Дюманың «Граф Монте-Кристо» романын белеүҙәрен күрһәтте. Ә боронғо бейеү падеграсты башҡарыуға конкурс ҡатнашыусыларҙың хореографик һәләттәрен баһаларға мөмкинлек бирҙе.
Ижади ярыш йомғаҡтары буйынса 15 еңеүсе Мәскәүгә барырға мөмкинлек алды. Унда улар Анимация музейын, Оперетта театрын күрәсәк, театрҙа балаларға актерлыҡ оҫталығы дәресе бирелгәс, улар билдәле «Граф Монте-Кристо» мюзиклын ҡараясаҡ.
Хәйер, конкурста еңелгәндәр юҡ: өйҙә ҡалғандарға ла бүләктәр әҙерләнгән, улар йәнә «Голубая камея» мюзиклын ҡарап ҡыуанасаҡ.
Проекттың телевизион версияһы «Вся Уфа» каналында 2010 йылдың 26 апрелендә старт ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика