Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2010, 09:48

«Салауат Юлаев» Ҡазанда плей-офф ярымфиналының өсөнсө уйынында еңелде

Ҡазанда Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында «Ак Барс» менән «Салауат Юлаев» араһында плей-офф финалының өсөнсө матчы тамамланды. Овертаймда еңеүҙе «барыҫтар» яуланы.
Өҫтәмә ваҡыттың туғыҙынсы минутында казанлылар етеҙ контратака үткәрҙе, һәм Александр Степановтың борттан аша ырғытҡан шайбаһын “юлевсылар”ҙан алда Никита Алексеев ҡапҡаға үткәреп өлгөрҙө - 3:2.
Ҡазан дүрт еңеүгә тиклем барған серияла алда бара - 3:0 һәм КХЛ плей-офф финалынан уны бер аҙым аралай.
Шишәмбе, 6 апрелдә, Ҡазанда көрәштәштәрҙең дүртенсе алышы үтә.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: