08:03 (UTC+5), 01 Апреля 2010

Рәссам Фәниә Шевчук үҙ эштәрен Өфөлә күргәҙмәгә ҡуя

Әлфиә Әһлиуллина
2 апрелдә Өфөнөң «Мираҫ» галереяһында ғәҙәттән тыш күргәҙмә асыла. Унда Фәниә Шевчуктың картиналары ҡуйыласаҡ. Ул рәссам булараҡ ҡына түгел, «ДДТ» төркөмө лидеры Юрий Шевчуктың әсәһе булараҡ та билдәле. Уның персональ күргәҙмәһе бүләк сифатында ойошторола – быйыл майҙа рәссамдың юбилейы.
«Мираҫ» галереяһының арт-директоры Ольга Рамазанова хәбәр итеүенсә, Өфө тамашасыһына Фәниә Шевчуктың 50-ләп эше — живопись һәм графика тәҡдим ителәсәк.
Рәссамдың ижады тураһында мәҡәләләренең береһендә Санкт-Петербургтағы Рус музейы сәнғәт белгесе Надежда Хмелева шулай тип яҙа:
«Фәниә Әкрәм ҡыҙы 48 йәшендә генә рәссам белеме ала. Нальчикта, һуңынан Өфөлә йәшәгәндә, ул һәүәҫкәр рәссамдар күргәҙмәләрендә ҡатнаша, күп һүрәт төшөрә, портрет менән мауыға. Өйөндә уға балалары, күршеләре, туғандары модель булып хеҙмәт итә.
Шевчук Петербургта йәшәгән осоронда ғына үҙенең башҡорт милли мәҙәниәте менән бәйләнешен аңлай. Рәссамдар менән бындай хәл йыш ҡына булғылай – алыҫ ара эске бәйләнештәрҙе аса. Йыш ҡына уның натюрморттары камертоны булып башҡорт яулыҡтары, туҡымалары, матур һауыт-һаба һәм аш-һыу тора. Улар Фәниә Шевчуктың ижадына сағыулыҡ, декоратив яңғыраш бирә».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика