07:08 (UTC+5), 01 Апреля 2010

Марсель Сәлимов – Халыҡ-ара премия лауреаты

Әлим Фәйезов
Көлкө көнө алдынан Мәскәүҙән шаярып түгел, ә бик етди күңелле яңылыҡ алдыҡ: башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов Сергей Михалков исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты булды. Бындай юғары наградаға яҡташыбыҙ «Кислер Компани» Нәшриәт йорто ярҙамында Яҙыусылар ойошмаларының халыҡ-ара берләшмәһе тарафынан иғлан ителгән «Йылдың иң шәп китабы» конкурсында еңеп сыҡҡаны өсөн лайыҡ булды. «Юмор һәм сатира» номинацияһында Марсель Сәлимовтың былтыр Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы еңеүсе тип танылды. Был йыйынтыҡҡа баш һүҙҙе совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков яҙған: «Мин уҡыусыларҙы күренекле башҡорт яҙыусыһының яңы китабы сығыу шатлығы менән ҡотлайым. «Белым по чёрному» китабына яҙыусының халыҡ яратып ҡабул иткән әҫәрҙәре ингән. Уларҙа автор бөгөнгө тормошто, бер ни йәшермәй, асыҡтан-асыҡ һүрәтләй, йәмғиәтте һәм кешелекте борсоған көнүҙәк етешһеҙлектәрҙе ҡыйыу рәүештә тәнҡитләй».
Мар. Сәлим (уның әҙәби псевдонимы) – Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә сығарылған 25 китап авторы. Уның әҫәрҙәре 40-тан ашыу телгә тәржемә ителгән, Рәсәйҙең бик күп баҫмаларында һәм сит илдәрҙә баҫылып сыға. Ул Рус фән һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Әҙәбиәт академияһының ағза-корреспонденты. Әлеге ваҡытта яҙыусы «Башҡорт сатира һәм юмор антологияһы»н төҙөү һәм баҫмаға әҙерләү өҫтөндә эшләй. Бөгөн – 1 апрель – ул, элекке йылдарҙағы кеүек, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә традицион «Көлкө байрамы»нда сығыш яһаясаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика