Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2010, 11:47

Коммерция булмаған ойошмалар өсөн отчет ваҡыты яҡынлаша

РФ Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығы хәтерегеҙгә төшөрә, коммерция булмаған ойошмалар 15 апрелгә ҡәҙәр юстицияның территориаль органына йыл һайын тапшырылыусы отчет бирергә тейеш.
Отчет процедураһы ябай һәм оҙаҡ ваҡыт талап итмәй. Отчет күләме һәм тәртибе тураһында ентекле аңлатмаларҙы www.bashminjust.ru сайтының «Коммерция булмаған ойошмалар» бүлегенән алырға мөмкин, шунда уҡ принтерҙан сығарып алыу һәм тултырыу өсөн отчет формалары ла бирелә. Өҫтәмә рәүештә, профсоюз ойомалары отчет бирергә бурыслы булмаһа ла, эшмәкәрлеген дауам итеү тураһында РФ Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығына хәбәр итергә тейеш, тигән иҫкәрмә лә бар.
Федераль ҡануниәттең был талабын үтәмәгән осраҡта, юстиция органдары административ санкциялар ҡуллана ала.
Коммерция булмаған ойошмалар бүлегенән белешмә алыу өсөн телефон: (347) 276-27-31.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: