10:38 (UTC+5), 01 Апреля 2010

Өфөнөң «ҡыҙыу пейджер»ы шылтыратыуҙарҙан «ҡыҙа»

Евгений Рәхимҡолов
Өфөнөң ҡала хакимиәтенең «ҡыҙыу пейджер»ына шылтыратыуҙар күп. Мартта ҡала халҡынан 185 мөрәжәғәт килгән, февралгә ҡарағанда был өстән бер өлөшкә күберәк.
«Башинформ» агентлығына хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, иң күп шылтыратыу был юлы Калинин районынан булған – район халҡынан 41 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 33-әр мөрәжәғәт ҡаланың Октябрь һәм Совет районына тура килә, Орджоникидзе – 28, Киров – 25, Ленин – 19, Дим районы – 6.
Өфөлөләрҙе ремонт һәм торлаҡ йорттарҙы файҙаланыу мәсьәләһе ныҡ борсой. Был тема оҙайлы ваҡыт дауамында “ҡыҙыу пейджер”ға килгән мөрәжәғәттәр араһында иң йыш осраусы булып ҡала. Икенсе урында актуаллек буйынса - эҫе һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү сифаты, артабан лифт эше, ихата территорияһын төҙөкләндереү, йәмәғәт транспорты эше һәм юлдар торошо тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө хакимиәтенә мөрәжәғәт ебәреү өсөн 2-770-911 телефоны аша шылтыратып, "Мэрия" абоненты өсөн мәғлүмәт ҡалдырырға кәрәк. Граждандарҙың мөрәжәғәтен Өфө ҡалаһының Граждан һаҡлау идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәге тикшерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика