06:25 (UTC+5), 01 Апреля 2010

Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы ректоры һайланды

Әлфиә Әһлиуллина
Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы (БДСПА) ректоры итеп ҡайтанан Салауат Усманов һайланды. Йәшерен тауыш биреү барышында вуздың ғәмәлдәге етәксеһе кандидатураһы өсөн 114 тауыш бирелде. Уның оппоненты — БДСПА-ның уҡытыу-методика эше буйынса проректоры, филология фәндәре кандидаты, профессор Виктория Петишева алты тауыш йыйҙы.
Уҡыу йорто етәксеһен һайлау буйынса хеҙмәт коллективы конференцияһында Башҡортостан Республикаһы Президентының өлкән референты Ғәли Фәйезов, БР Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов, БР мәғариф министры урынбаҫары Елена Козлова, Бөрө районы хакимиәте башлығы Николай Хорошилов, шулай уҡ Академияның уҡыу советы ағзалары, профессор-уҡытыусылар составы вәкилдәре, структура подразделениелары, административ-идара итеү һәм ярҙамсы персонал етәкселәре һәм бер студент ҡатнашты.
Тауыштарҙы иҫәпләү тамамланғас, һайланған ректор конференцияла ҡатнашыусыларға ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Биографик белешмә. Салауат Мөҙәрис улы Усманов, физика-математика фәндәре докторы, профессор. 1947 йылдың 17 сентябрендә Саҡмағош районының Үрге Ҡаръяуҙы ауылында тыуған.
Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында Cалауат Усманов 1976 йылдан алып эшләй. Ул юғары уҡыу йорто системаһының бөтә баҫҡыстарын үткән: ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире, уҡытыу эше буйынса проректор, 1995 йылдан — ошо юғары уҡыу йортоноң ректоры.
Уның етәкселегендә БДСПА Рәсәй Федерацияһы мәғариф системаһының юғары квалификациялы белгестәрен әҙерләүҙең юғары кимәленә өлгәште. Салауат Мөҙәрис улы вуздың профессор-уҡытыусылар составының фәнни потенциалын күтәреүгә, студенттар фәнен аяҡҡа баҫтырыуға, матди-техник базаны нығытыуға ҙур иғтибар бүлә. Уның ойоштороу һәләттәре арҡаһында һәм инициативаһы буйынса БДСПА-ла дүрт яңы факультет һәм 16 специальность асылды.
Салауат Усманов — БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе төбәк политсоветы президиумы ағзаһы.
Ил һәм республиканың юғары мәғарифын үҫтереүҙә һәм тергеҙеүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн уға «БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре» (1997), «РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» (2005) исемдәре бирелгән, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2007), «Имени Сократа» халыҡ-ара наградаһы (Оксфорд) менән билдәләнгән.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика