Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2010, 18:50

Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын һайлаясаҡтар

Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2010” төбәк-ара конкурсы асылды. Быйыл педагогик форумда 63 кеше ҡатнаша. Педагогтар Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә: Ырымбур, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән килде. Быйылғы конкурста уҡытыусы ир-егеттәр күберәк.
Конкурста ҡатнашыусылар “Ижади йөкләмә”, “Инновацион тәжрибәне күрһәтеү”, «Мастер-класс», «Халыҡ алдында лекция» һәм «Фекер алышыуҙар» номинацияларында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.
— Конкурс программаһы ҡатнашыусының күнекмәләрен дә, мәктәптең ҡыҙыҡһыныусанлығын да күрһәтерлек итеп төҙөлгән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала жюри рәйесе, профессор Әлфис Ғаязов. – Жюри дәрескә төп иғтибар бирәсәк, сөнки был уҡытыусы өсөн төп эш формаһы. Бөгөн һәр мәктәптә белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттар сағылдырылған предметты уҡытыуҙың үҫешкән концепцияһы бар. Был концепциялар ҙур әһәмиәткә эйә һәм беҙ уларҙы ҡарауға ҡабул итәбеҙ. Мастер-класс – ул үҙ тәжрибәң менән уртаҡлашыу оҫталығын тулыраҡ сағылдырған эш формаһы. Телгә эйә булыу кимәлен асыҡлау өсөн теоретик задание ла ҡаралған.
Ойоштороусылар фекеренсә, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2010” конкурсы уҡытыусы өсөн стимул булып тора, сөнки профессиональ үҫеш өсөн этәргес бирә. Шулай уҡ уҡытыусы эшенең сифатын яҡшыртырға, республика педагогтарының ҡаҙаныштарын Рәсәй кимәлендә күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң 141-се мәктәбенән йәш уҡытыусы Гөлназ Мөхәмәтйәнова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеү генә түгел, Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының мастер-класында ла еңеүгә өлгәште.
Автор:Юлия Антипина
Читайте нас: