Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2010, 13:32

Башҡортостан Европа иммунлаштырыу аҙнаһына әҙерләнә

Европа иммунлаштырыу аҙнаһы 2010 йылда 26 апрелдән 1 майға тиклем үтәсәк.
Был киң күләмле акция Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа бюроһы инициативаһы менән йыл һайын Европаның бар илендә үткәрелә. Рәсәй Федерацияһы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы ла, был акцияға 2006 йылда ҡушылды. Быйыл ул бишенсе тапҡыр үтә.
"Башинформ" агентлығына Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, профилактик прививкалар арҡаһында хәҙер эпидемиялар күҙәтелмәй, инфекцион ауырыуҙарҙан үлем кәмегән. Сәсәк ауырыуы кеүек инфекция тулыһынса юҡ ителгән. Әлеге мәлдә Башҡортостанда полиомиелит, дифтерия, ҡыҙылсаның теркәлгәне юҡ. Һын ҡатыу сире, быума йүтәл (коклюш), эпидемик паротит, ҡыҙамыҡ ауырыуҙары бер-ике осраҡҡа тиклем кәмегән. Күмәкләп ауырыу осраҡтары күҙһәтелмәй.
“Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыу нигеҙендә халыҡты өҫтәмә иммунлаштырыу 2006 - 2009 йылдар араһында республикала инфекцион ауырыуҙарҙың кәмеүенә килтергән. Был арала 2 миллион самаһы кешегә өҫтәмә профилактик прививкалар яһалған. Вакцинация арҡаһында В вируслы гепатит менән ауырыу 3 тапҡырға кәмегән, ҡыҙылса менән - 5000 тапҡырға, паралитик полиомиелит ауырыуы теркәлмәгән, киҫкен киҙеү эпидемиялары һирәкләшкән.
Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығынан әйтеүҙәренсә, һәр кешенең бушлай привикаға хоҡуғы “Инфекцион ауырыуҙарҙы иммунопрофилактикалау тураһында” Федераль законы менән билдәләнә.
Ләкин, Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығынан билдәләүҙәренсә, үкенескә күрә, профилактик прививкаларға кире ҡарашта булыусылар ҙа йыш осрай. Ошоноң менән бәйле прививкаларҙан баш тартыу осраҡтары арта. Бынан тыш, тиҙ арала табып булмаған айырым кешеләр контингенты бар. Улар иҫәбенә асоциаль йәки дини ғаиләләр, асарбаҡтар, мигранттар, бер миҙгелдә генә эшләүселәр инә, уларҙы прививкаларға ебәреүе ауыр булыуҙан тыш, бөтөнләй тыңлатып булмаған осраҡтар йыш күҙәтелә.
Европа иммунлаштырыу аҙнаһы саралары тап ошондай стереотиптарҙы емереүгә йүнәлтеләсәк. Аҙналыҡ сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәре аңлайышлы формала профилактик прививкаларҙың әһәмиәте, йоғошло ауырыуҙар менән көрәштә өлгәшелгән һөҙөмтәләр хаҡында һөйләйәсәк. Белем биреү учреждениеларында, юғары уҡыу йорттарында түңәрәк өҫтәлдәр, һорау һәм яуап кисәләре, һаулыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Айырым иғтибар бәйләнеш булдырыуы ауыр булған халыҡ ҡатламы (асарбаҡтар, мигранттар), прививкаларҙан баш тартҡан ғаиләләр менән эш итеүгә йүнәлтеләсәк.
Автор:Елена Макушина
Читайте нас: