09:48 (UTC+5), 26 Марта 2010

Хәзит Дауытов мемориалы үткәрелә

Ирек Мөхәмәҙиев
Классик шахмат буйынса Өфөлә 3 апрелдә Хәзит Дауытов мемориалы старт ала. Республика балалар-үҫмерҙәр шахмат мәктәбендә үткәреләсәк турнирҙы Өфөнөң Шахмат федерацияһы ойоштора.
Билдәле тренер уҙған быуаттың 80-се йылдарынан алып ғүмере аҙағынаса үҫмерҙәр уҡытҡан. Уның I Өфө политология гимназияһы тәрбиәләнеүселәренән торған командаһы ҡала һәм республика конкурстарында оҙаҡ йылдар Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы менән бер тигеҙ һөҙөмтәләр күрһәткән, ә улы Рөстәм Башҡортостанда беренсе булып халыҡ-ара гроссмейстер исемен яулаған. Ҡаҙаныштарын танып, Өфө шахмат берләшмәһе йыл һайын уның иҫтәлегенә турнир ойоштора, бындай тәүге турнир 2000 йылдың июнендә үткәйне.
Турнирҙа һәр ҡатнашыусыға сәғәт ярым ваҡыт бирелә. Мемориал швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үтә һәм 11 апрелдә тамамлана. Йыйылған мәрәйҙәре буйынса, ә мәрәйҙәр һаны тигеҙ булғанда - башҡа төрлө өҫтәмә күрһәткестәр буйынса билдәләнгән еңеүсегә һәм приз алыусыларға грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика