Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.51
-0.5
90.94
+0.94
75.32
+2.09
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2010, 09:38
Министр Никеринға Рәсәй Олимпия комитеты рәхмәт белдерҙе
Рәсәй Олимпия комитетының беренсе вице-президенты Игорь Казиков Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никеринды спортсыларыбыҙҙың Ванкуверҙа 2010 йылғы Х Паралимпия ҡышҡы уйындарында уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотланы.
Ҡотлауҙа шулай тиелә:
— Башҡортостан ере үҙенең спорт традициялары менән дан тота. Ул байтаҡ олимпия һәм паралимпия чемпиондары бирҙе һәм олимпия рекордтары копилкаһына тос өлөш индерә. Һеҙгә Башҡортостан Республикаһында физик культураны, спортты, олимпия һәм паралимпия хәрәкәтен үҫтереүгә иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
олимпизм
ҡотлауҙар
Читайте нас: