07:10 (UTC+5), 24 Марта 2010

Армия ташҡын ваҡытында Урал һәм Волга буйы төбәктәренә ярҙам итә

Юлай Мәғсүмов
Волга буйы – Урал хәрби округының берләшмәләре һәм хәрби частары боҙ киткән ваҡытта һәм яҙғы ташҡында Волга буйы һәм Урал төбәктәренә ярҙамға килергә әҙер. Улар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәктәге үҙәктәре һәм урындарҙағы ташҡын комиссиялары менән хеҙмәттәшлек итәсәк.
Волга буйы – Урал хәрби округының мәғлүмәт менән тәьмин итеү төркөмөнән хәбәр итеүҙәренсә, округта хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы, генерал-майор Владимир Ашитка етәкселегендә боҙ китеү һәм ташҡын һыуҙары менән бәйле хәлдәр торошон күҙәтеүсе ташҡынға ҡаршы комиссия эшләй.
Хәрби округ территорияһында йылы көндәр еткәндә һыу баҫыу хәүефе менән янаған 14 мең оло һәм бәләкәй йылғалар, һыу ятҡылыҡтары бар.
Волга буйы – Урал хәрби округында йылғаларҙы боҙҙан әрсер өсөн 40 шартлатыу командаһы, 12 ҡотҡарыу командаһы, һыуҙа йөҙөүсе 25 транспортер, шартлатыусыларҙы йөрөтөргә 40 автомобиль һәм 15 санитар автомобиль әҙерләнгән.
Әлеге мәлдә хәрби округтың шартлатыусылар командаһы Чусовая йылғаһындағы боҙ торошон тикшерә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы, Һамар, Пенза, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә шартлатыу эштәрен үткәреүгә әҙерләнә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика