12:08 (UTC+5), 22 Марта 2010

Балет солистары «Балет – балаларға» проекты сиктәрендә концертта сығыш яһай

Әлфиә Әһлиуллина
«Классик дивертисмент» — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә 23 мартта үтәсәк концерт шулай атала. Уның ҡатнашыусылары — «Браво» халыҡ бейеү театрының йәш артистары, шулай уҡ театрҙың балет труппаһы солистары: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гөлсинә Мәүлекәсова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илдар Манапов, Гөлнара Хәлитова, Артур Новичков. Улар башҡарыуында тамашасыға классик балеттарҙан номерҙар, вариациялар, хореографик миниатюралар тәҡдим ителәсәк.
— «Балет — балаларға» проекты йәш быуын иғтибарын балет сәнғәтенә йәлеп итеү ниәтендә ойошторолдо, —ти «Браво» бейеү театрының художество етәксеһе Светлана Харисова. – Алдағы концерт — уны бойомға ашырыуҙа тәүге аҙым. Баштан уҡ беҙгә балет йондоҙҙарының ярҙам итеүе арҡаһында уңдыҡ. Һүҙ ыңғайы, Илдар Манапов – беҙҙең элекке уҡыусыбыҙ, Башҡорт опера һәм балет театрының әйҙәүсе солисы беҙҙә тәүге аҙымдарын яһаны, тип ғорурланып әйтә алабыҙ.
Үкенескә күрә, һуңғы арала йәштәрҙең классик сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуы кәмей, һәм бының менән беҙ һис килешмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең өлгөлә музыка, бейеү кеүек классик мираҫыбыҙҙың ни хәтлем бай һәм матур икәнен, һәм сәнғәт арҡаһында уңышлы кеше булырға мөмкин булыуын күрһәтергә теләйбеҙ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика