06:53 (UTC+5), 19 Марта 2010

Журналистарҙы «Экологик практика: инновациялар һәм нәтижәлелек» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Любовь Колоколова
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль дәүләт хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Тәбиғәт ресурстары, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса комитеты менән берлектә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында тәүге тапҡыр«Экологик практика: инновациялар һәм нәтижәлелек» дөйөм Рәсәй конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә.
Киң мәғлүмәт сараларында тәбиғәтте һаҡлау тематикаһын актуалләштереү, йәмәғәтселекте тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән идара итеүгә йәлеп итеү, Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең энергияны һаҡсыл ҡулланыуҙы арттырыу, ресурстарҙы ҡулланыуҙың рациональ моделенә күсеү тураһындағы положениеларын ғәмәлгә ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу был конкурстың төп маҡсаты иҫәпләнә.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй фәндәр академияһында Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө алдынан конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
«Экологик практика: инновациялар һәм нәтижәлелек» конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль дәүләт хеҙмәте сайтынан www.rpn.gov.ru/node/109 йәки 8(495)254-60-01 телефоны аша алырға мөмкин.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика