10:08 (UTC+5), 19 Марта 2010

Мәскәүҙә Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

Әлим Фәйезов
Йома көндө, 19 мартта «Тушино» күргәҙмә залында (Мәскәү) Башҡортостан Республикаһы рәссамдары Ижади Союзының 15 йыллығына арналған күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте. Был күргәҙмә ойошманың юбилейы һәм Республика йылына арналған күләмле проекттарҙың дауамы. Беренсе экспозиция быйылғы йыл башында Үҙәк рәссамдар йортонда күрһәтелде һәм йәмәғәтселектә киң резонанс алды.
Рәссамдар Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ярҙамы арҡаһында бындай күренекле сәнғәт форумында ҡатнашыуға мөмкинлек алған.
Экспозицияға 30 авторҙың 45 эше ингән. Был Флүр Исмәғилов, Муллаян Дәүләтйәров, Әдис Әғлетдинов, Виктор Пегов, Сергей Краснов, Александр Заярнюк, Айҙар Әлмәтов, Валерий Мельников, Илдар Ғаянов, Георгий Карпов һәм башҡа рәссамдарҙың картиналары.
Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Рәссамдары Ижади Союзының вице-президенты Николай Чибисов, Мәскәү рәссамдары, сәнғәт белгестәре, сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы исеменән БР рәссамдары Ижади Союзы Президенты Виктор Пегов, идара ағзаһы, сәнғәт белгесе Лариса Ҡоҙаярова, РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең ижтимағи-сәйәси бүлеге начальнигы Азат Ғәфүров һәм бүлектең баш белгесе Мария Черных сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика