05:28 (UTC+5), 19 Марта 2010

Ирек Ниғмәтуллин 14 ветеранға юбилей миҙалдары тапшырҙы

Евгений Рәхимҡолов
Өфө ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин кисә «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Уфа-газ» филиалында эшләгән ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
— Бөгөн беҙ уҙған быуаттағы иң афәтле һуғыштың ауырлыҡтарын иңдәрендә күтәргән кешеләрҙе хөрмәтләйбеҙ, - тине ул. – Яу яланында ҡан ҡойған, тылдағы хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынайтҡан, һуғыш йылдарында хәрби батырлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте менән беҙҙе, киләһе быуынды тыныс күк йөҙө менән тәьмин иткән, азат йәшәргә һәм хеҙмәт итергә мөмкинлек биргән кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ.
Юбилей наградаларын ҡала Советы башлығы ҡулынан 14 кеше алды, һәм уларҙың һәр береһенә Ирек Ниғмәтуллин йылы һүҙҙәр тапты. Был кешеләрҙе ауыр һуғыш йылдары ғына түгел, предприятиела үткән оҙайлы хеҙмәт юлы ла берләштерә.
Бындай бүләкләү тантаналары яҡын арала ҡаланың башҡа предприятиелары һәм ойошмаларында ла үтәсәк. Дөйөм алғанда май аҙағына тиклем Өфөлә йәшәүсе 27 мең ветеранға миҙал тапшырыласаҡ. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан ҡалала ветеран һәм тыл хеҙмәтсәнәдеренең йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса әүҙем эштәр алып барыла. Миҫал өсөн, 2009 йылда торлаҡ шарттарын Өфөлә 236 ветеран яҡшыртҡан. Уҙған йылда Өфөлә ҡала Советы депутаттарының әүҙем ҡатнашлығында ветерандар йәшәгән йорттарҙа ремонт башланған. Был эштәр әле лә дауам итә. Бынан тыш, ветерандарҙың медицина тикшереүе лә әүҙем алып барыла. Бөгөн бындай диспансеризацияны өс меңдән ашыу кеше үткән.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика