Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2010, 17:04

Өфөлә күренекле бейеүсе Рудольф Нуреевты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Өфөлә бөгөн, күренекле бейеүсенең тыуған көнөндә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы Рудольф Нуреевтың мемориаль барельефына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 мартта бөтә донъяға билдәле балет артисына, яҡташыбыҙ Рудольф Хәмит улы Нуреевҡа 72 йәш тулған булыр ине.
Йолаға әйләнгән был сарала театр етәкселеге, балет солистары, Рудольф Нуреев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжы вәкилдәре, журналистар ҡатнашты.
— Бөтә донъяға билдәле бейеүсе Рудольф Нуреев беҙҙең яҡташыбыҙ булыуынан уңдыҡ. Ватанды улдары данлай, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит, — тине сәскәләр һалыу тантанаһында театрҙың художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова. — Данлы традицияны дауам иткән – яңы таланттар үҫтергән Башҡорт хореография колледжының күренекле шәхес исемен йөрөтөүе менән ғорурланабыҙ.
Художество етәксеһе был уҡыу йортон тамамлаусыларҙың йылдан-йыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры труппаһын, күрше төбәктәр театрын тулыландырыуын да билдәләне. Күп кенә «нуреевсылар» Рәсәйҙең билдәле театрҙары һәм сит ил коллективтары солистары араһында ла бар.
Бөтә донъяға билдәле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса бөгөн Башҡортостанда эҙмә-эҙлекле һәм планға ярашлы эш алып барыла. Өфөлә, мәҫәлән, ике тиҫтә йыл дауамында Рудольф Нуреев исемендәге балет сәнғәте фестивале үткәрелеп килә, балет генийының тормошо һәм ижады хаҡында китаптар баҫтырыла, яҡын арала ҡалала уның исеме менән аталған урам барлыҡҡа киләсәк.
Бынан тыш, йыл һайын билдәле бейеүсенең тыуған көнөндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уның мемориалына сәскәләр һалыу үткәрелә, артист иҫтәлегенә балет спектаклдәре бағышлана.
Әйтергә кәрәк, бөгөн дә Рудольф Нуреевтың тыуған көнө хөрмәтенә «Жизель» балет спектакле үтә. Ә театрҙың фойеһында Нуреевҡа арналған фотокүргәҙмә эшләй.
Бөйөк бейеүсенең исемен мәңгеләштереү өсөн хореографик колледжда ла күп нәмә эшләнә. 2011 йылда был уҡыу йорто үҙенең 25 йыллығын билдәләй, шуның менән бәйле учреждение биләмәһендә уҡыу процесында ҡулланырға театр бинаһы төҙөләсәк, артисҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына колледж директоры Әмир Тойғонов.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: