08:56 (UTC+5), 16 Марта 2010

Дәүләт эшләүсе рәсәйлеләрҙе диспансеризациялауға меңәр һум сарыф итәсәк

Юлай Мәғсүмов
Быйылғы йылда федераль һәм территориаль мотлаҡ медицина страховкалауы фондтарынан финансланасаҡ эшләүсе граждандарҙы өҫтәмә диспансеризациялауҙы үткәреү тәртибе раҫланған.
РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығынан аңлатыуҙарынса, 2010 йылда бынан алдағы йылдарҙа диспансеризация үтмәгән эшләүсе граждандар һәм, медицина тикшеренеүен ҡасан үтеүенә ҡарамаҫтан, зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарында эшләүсе граждандар өҫтәмә диспансеризацияны бушлай үтә ала. Шулай уҡ 2006 йылда диспансеризация үтеп тә, асыҡланған диагнозы буйынса күҙәтеү аҫтына алынмаған граждандар уны яңынан үтергә тейеш.
Йәшәү урыны буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының береһендә теркәлгән, әммә хеҙмәт эшмәкәрлеген икенсе төбәктә алып барған граждандар өҫтәмә диспансеризацияны йәшәгән урыны йәки эшләгән ере буйынса үтә ала.
Эшләүсе бер кешегә өҫтәмә диспансеризация үткәреүгә сығымдар нормативы 2010 йылда 1042 һум күләмендә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика