05:07 (UTC+5), 12 Марта 2010

Любовь Колоколова «Рәсәйҙе иҡтисади тергеҙеү» конкурсы лауреаты булды

Людмила Кузьмина
Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында «Рәсәйҙе иҡтисади тергеҙеү» XVI Бөтә Рәсәй журналистар конкурсы жюрийының ултырышы үтте.
Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов билдәләүенсә, журналистар араһында бындай конкурс 16-сы тапҡырына үткәрелә инде, был ваҡыт эсендә ул журналистар даирәһендә ярайһы уҡ абруй яулап өлгөрҙө.
Конкурс еңеүселәрен наградлау тантанаһы 25 мартта Мәскәүҙә, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Конгресс-үҙәгендә үткәреләсәк «Рәсәйҙең производство өлкәһен модернизациялау һәм технологик яңыртыу процесына ярҙам итеүҙә эшлекле киң мәғлүмәт сараларының роле» Бөтә Рәсәй эшлекле киң мәғлүмәт саралары форумы сиктәрендә үтәсәк.
«Рәсәйҙе иҡтисади тергеҙеү» XVI Бөтә Рәсәй журналистар конкурсы еңеүселәре араһында беҙҙең коллегабыҙ – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының иҡтисад бүлеге күҙәтеүсеһе Любовь Колоколова ла бар. Ул «Баҫма һәм интернет киң мәғлүмәт сараларында теле- һәм радиотапшырыуҙарҙа иң яҡшы шәхси публикациялар» номинацияһында лауреат булды. Ошо уҡ номинацияла «Афанасий биржа» гәзитенән (Тверь) хәбәрсе-эксперт Татьяна Смелкова, «Кореновские вести» (Краснодар крайы) район гәзите күҙәтеүсеһе Валентина Сергеева һәм ТВ «Экспресс» (Пенза) телеканалы журналисы Павел Прохоренков билдәләнде. Конкурс йомғаҡтары буйынса бүләкләнеүселәр исемлегендә бөтәһе 11 федераль һәм төбәк баҫмаһы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика