09:49 (UTC+5), 12 Марта 2010

Башҡорт нәшриәтселәре Мәскәү күргәҙмәһендә яңы китаптарын тәҡдим итте

Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә, илебеҙҙең мәҙәни тормошондағы оло ваҡиғаларҙың береһе - ХIII “Рәсәй китаптары” милли күргәҙмә-йәрминкәһе үтә.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы китап форумында төп темаларҙың береһенә әйләнде. Күргәҙмәлә юбилейға арналған түңәрәк өҫтәлдәр, махсус китаптар экспозицияһы, плакаттар күргәҙмәһе һәм концерт үткәрелә. Шағир һәм прозаиктарҙың уҡыусылар менән осрашыуҙары планлаштырыла.
Быйыл Мәскәүҙә 500 фирма-ҡатнашыусы йыйылды. «Рәсәй китаптары» күргәҙмә-йәрминкәһе — илебеҙҙең китап индустрияһын тәшкил иткән шәхестәр – нәшриәтселәр, яҙыусылар, китапханасылар, китап менән сауҙа итеүселәр, полиграфистар осрашҡан урын. Бында әҙәби, фәнни, балалар әҙәбиәтенең киң палитраһы – Рәсәйҙә йәшәгән милләттәрҙең һәм сит ил телдәрендә 150 меңдән ашыу китап менән танышырға мөмкин.
Күргәҙмәлә Зәйнәб Биишева исемендәге башҡорт “Китап” нәшриәтенең стенды халыҡ күп йөрөгән урынға әйләнде. Бында Башҡортостан буйынса белешмәнән алып легендар эпос “Урал батыр”ҙың бүләк вариантына тиклем һәр кем зауығына тап килгән китапты таба ала. Аудиояҙмалар менән тулыландырылған башҡорт актерҙары һәм йырсыларының тормош юлы, ижады хаҡындағы китап-альбомдар һәм Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Тыл геройҙары” күп томлығы, “Улар еңеү менән ҡайтты” китабы кеүек яңы проекттар ҙа күргәҙмәгә ҡуйылған. Нәшриәт продукцияһына Мәскәү менән Санкт-Петербург китапханалары ҙур ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
«Рәсәй китаптары» күргәҙмә-йәрминкәһе 15 мартҡа тиклем эшләй.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика