10:18 (UTC+5), 11 Марта 2010

«Ғәскәровсылар» Ырымбурҙа бөтә Рәсәй халыҡ сәнғәте фестивален асты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ырымбурҙа үткән «Ырымбур мамыҡ шәле» XXIII Бөтә Рәсәй халыҡ сәнғәте фестивалендә ҡатнашты.
Кисә беҙҙең коллектив фестивалдең дүрт көнлөк программаһын асты. Ырымбур тамашасыһына ансамблдең 70 йыллығына арналған концерт тәҡдим ителде. Унда Башҡортостандың һәм бөтә донъяның мәҙәниәтен сағылдырыусы иң яҡшы номерҙар ингән. Улар араһында Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Биҙрә менән боронғо башҡорт бейеүе», «Тороҡтороусылар», «Бесәнселәр», «Ете ҡыҙ», Хәшим Мостаевтың «Ҡурай сәскәһе», «Шаян ҡыҙҙар» кеүек популяр хореографик композициялар, шулай уҡ молдаван, татар, рус, ҡалмыҡ, белорус бейеүҙәре бар.
Музыкаль форумдың программаһын артабан Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, “Ырымбур мозаикаһы” рус халыҡ инструменттары ансамбле сығыштары, шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар - «Воля» фольклор ансамбле (Воронеж), «Казачья застава» йыр һәм бейеү ансамбле (Пенза), Игорь Бутман квартеты (Москва) сығыштары дауам итәсәк.
Өҫтәп үтәйек, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ырымбурҙағы концерты менән Башҡортостан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренең ҡала һәм ауылдары буйлап барған ун көнлөк гастролдәр турнеһын тамамлай. «Ғәскәровсылар»ҙы алда республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә үтәсәк концерттар көтә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика