05:59 (UTC+5), 10 Марта 2010

«Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге "Һәләтле балалар —Рәсәйҙең киләсәге" энциклопедияһына индерелгән

Эльмира Сабирова
«Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге "Һәләтле балалар —Рәсәйҙең киләсәге" энциклопедияһына индерелгән.
Башҡортостандағы үҫеп килеүсе йәш быуындың сифатлы белем алыуына әүҙем булышлыҡ итеү һәм уның юғары мәҙәни кимәлен формалаштырыу - 1993 йылда Башҡорт мәғариф хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институты нигеҙендә ойошторолған үҙәктең төп маҡсаты.
«Эдвис» уҡытыу-методика үҙәгенең нәшер менән бәйле эшмәкәрлегенең милли мәҙәниәтте, башҡорт халҡының тарихи ҡиммәттәрен һаҡлауға, гармониялы үҫешкән, рухи яҡтан бай шәхесте тәрбиәләүгә йүнәлтелеүен билдәләү мөһим. Әйтергә кәрәк, башланғыс мәктәп өсөн Башҡортостан мәҙәниәте буйынса уҡытыу-методик комплекты “Йыл китабы” бөтә Рәсәй конкурсында “ХХI быуат әсбабы" номинацияһында еңеүселәр иҫәбендә булды.
Автор коллективтары менән берлектә нәшер итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән 40-тан ашыу төҫлө, бай эстәлекле, ҡыҙыҡлы уҡыу әсбаптары әҙерләнгән һәм баҫтырып сығарылған. "Башҡорт халыҡ әкиәттәре һәм риүәйәттәре", "Башҡортостан мәҙәниәте буйынса күргәҙмә материал", "Башҡорт теле грамматикаһы таблицала", балалар баҡсалары өсөн “Афарин" күргәҙмә-дидактик ҡулланма, "Башҡорт мифтары һәм риүәйәттәре персонаждары" һәм "Башҡортостан мәҙәниәте" буяу китаптары, башҡорт телендә диктант һәм изложение һәм башҡалар республика халҡында ҙур һорау менән ҡуллана.
"Эдвис" уҡытыу-методика үҙәге балаларҙың интеллектуаль үҫешенә етди иғтибар бирә. 2004 йылда асылған “Башҡортостандың бәләкәй генийы” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәктәре селтәре – быға асыҡ миҫал.
Персоналы, юғары кимәлдәге мәҙәнилеге, интеллекты, әҡлаҡлеге менән айырылып торған хеҙмәткәрҙәре - предприятиеның визит карточкаһы һәм ғорурлығы. "Эдвис" үҙәген БР атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Эдуард Сәйетбатталов етәкләй.
"Эдвис" үҙәге — республика һәм бөтә Рәсәй конкурстарының күп тапҡыр еңеүсеһе. Үҙәктең уңышлы эшмәкәрлеге БР министрлығы, нәшриәттәре дипломдары һәм грмоталары менән бер генә билдәләнмәгән.
Предприятие йәнә шәфҡәтлелек эше менән дә шөғөлләнә — балалар йорттары һәм интернаттарға ярҙам күрһәтә, республика конкурстары һәм байрамдарына бағымсылыҡ итә.
Ғөмүмән, "Һәләтле балалар — Рәсәйҙең киләсәге" федераль энциклопедияһы тәбиғи һәм гуманитар фәндәрҙә, сәнғәттә, техника һәм спортта ярайһы һөҙөмтәләргә өлгәшкән йәш таланттар тураһында бәйән итә. Илебеҙҙең мәғариф системаһына ярҙам итеүҙе үҙ өҫтөнә алған Рәсәй меценаттарына арналған махсус рубрика ла бар. Энциклопедияла алдынғы уҡыу йорттары тәжрибәһе яҡтыртыла, үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләү һәм уҡытыуға яңы алымдар индереүсе илдең иң яҡшы педагогтары тураһында хәбәр итә.
"Һәләтле балалар — Рәсәйҙең киләсәге" энциклопедияһын "Спец-Адрес" нәшриәте нәшер итә. Рәсәй таланттарын табыу, үҫтереү, ғәмәлгә ашырыу – Рәсәйҙең ысын элитаһын формалаштырыу буйынса күләмле эш ул. Күп осраҡта һәләттәрҙең асылыуы өсөн тәбиғәттән бирелгән һәләтте кемдеңдер ваҡытында күреүе кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика