05:40 (UTC+5), 10 Марта 2010

10 мартта Рәсәй архивсыларының һөнәри байрамы

Сергей Захаров
Уларҙы «хәтер һаҡлаусылар» тиҙәр. Бөгөн Рәсәй архив хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй.
10 март — дата император Петр I-нең «Генераль Регламент»ы — тәүге тапҡыр Рәсәйҙә архив эше нигеҙҙәрен билдәләүсе дөйөм дәүләт хоҡуҡ акты тураһында иҫтәлеккә билдәләнгән. Шул ваҡыттан алып архивсылар “хаттарҙы йыйып барырға, уларға реестр ҡуйырға, биттәрен билдәләргә...” («письма прилежно собирать, оным реестры чинить, листы перемечивать…») тейеш була.
Бөйөк Петрҙың реформаһы Рәсәй Дәүләт архив хеҙмәтен ойоштороуға нигеҙ һалған 1918-1919 йылдар ҡануниәт акттарында үҫеш ала. Шунан башлап архивсылар һөнәри эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләй: документтарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү, уларҙы йыйып барыу (комплектлау) һәм фәнни маҡсатта файҙаланыу. Был йүнәлештәр илебеҙ Архив фондының бер өлөшө булып торған Башҡортостандың архив хеҙмәтенә лә тулыһынса хас. Уның системаһына, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Архивтар эштәре буйынса идаралыҡтан тыш, Үҙәк дәүләт тарих архивы һәм Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивы, "Архивсы" дәүләт учреждениеһы, 62 муниципаль архив һәм дүрт меңдән ашыу ведомство һәм тармаҡ архивтары.
Хәҙерге ваҡытта республиканың дәүләт һәм муниципаль архивтарында даими һаҡлауҙа өс миллион ете йөҙ меңдән ашыу эш иҫәпләнә. Улар иҫәбендә 2443579 берәмек идаралыҡ документацияһы, 1090198 эш шәхси состав буйынса, 98573 фотодокумент, 16381 шәхси документ, 56897 берәмек фәнни-техник документация. Башҡортостанда 64890 документ айырыуса әһәмиәтлеләр категорияһына ҡарай.
Архив мәғлүмәттәре нигеҙендә меңәрләгән архив белешмәләре бирелә, фәнни диссертациялар, китаптар һәм мәҡәләләр яҙыла.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика