09:55 (UTC+5), 09 Март 2010

Төбәк журналистарының «Мин Рәсәйҙе яратам» конкурсы старт алды

Юлия Антипина
«Мин Рәсәйҙе яратам» V асыҡ төбәк-ара конкурсы Башҡортостан журналистарын ҡатнашырға саҡыра. Быйыл конкурс комиссияһы менән уҡытыусыларға арналған һәм Еңеү тематикаһын яҡтыртҡан эштәргә махсус иғтибар биреләсәк.
Конкурс эштәре «Яҡташтар», «Православие дине территорияһы», «Бәләкәй Ватан даны», «Көслө ғаилә – көслө бойондороҡһоҙ дәүләт», «Беҙ киләсәк өсөн яуаплы», «Яңы быуын эҙләнеүҙәр юлында», «Журналистың гражданлыҡ позицияһы» кеүек бер нисә номинацияла билдәләнәсәк. Быйыл йәнә «Конкурс логотибын әҙерләү» һәм «Фотография» номинациялары өҫтәлгән.
Конкурсҡа 2010 йылдың 1 ғинуарынан алып 1 ноябренә тиклем баҫмала донъя күргән/эфирға сыҡҡан төрлө жанрҙағы журналист материалдары ҡабул ителә (телетапшырыу, телевизион сюжет, телефильм, радиотапшырыу йәки радиосюжет, ваҡытлы матбуғат баҫмаһында йәки интернет – киң мәғлүмәт сараһында баҫтырылған эштәр, фотография/фоторепортаж).
Жюри билдәле журналистарҙан тора, улар араһында Екатерина Андреева, Михаил Леонтьев һәм башҡалар бар.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы декабрҙә Кремль һарайында үтәсәк.
Конкурсҡа бәйле өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе түбәндәге адрес буйынса алырға мөмкин:
Милли Дан Үҙәгенең Мәскәүҙәге офисы:
119017, Мәскәү, Оло Ордынка урамы, 35-се йорт.
Телефондары: (495) 775-65-92, өҫтәп. 1071, факс: 775-65-93
E-mail: cnsr.moscow@gmail.com
Конкурс тураһындағы мәғлүмәтте Милли Дан Үҙәге сайтынан ҡарарға ла була: www.cnsr.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика