10:26 (UTC+5), 09 Марта 2010

Профессиональ юристың кәңәше кәрәкме?

Анжелика Ғиззәтуллина
Ауыр хәлдә ҡалдығыҙмы, уны хәл итер өсөн профессионал юристың кәңәше кәрәкме? “Ҡыҙыу линияға” шылтыратығыҙ – һеҙгә мөхәрририәттең ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре ярҙам итер. Шишәмбелә, 9 мартта, республика прокурорының граждандарҙы ҡабул итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Элина Арманшина һәм БР прокуроры ярҙамсыһы Наталья Рәхмәтуллина консультациялар үткәрә.
Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм мохтаждарҙың барыһы ла ҡуллана ала, бары (8-347) 272-79-16 номерҙарын йыйырға ғына кәрәк. Шылтыратыуҙар 15-00-дән 17-00-гә тиклем ҡабул ителә. Йәнә бер ҡабатлайбыҙ, был даими рубрика, граждандар менән әңгәмәләшеү айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә үткәрелә. Үрҙә күрһәтелгән телефон номерына шылтыратып, квалификациялы юрисҡа ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙҙы бирегеҙ!
Был ике сәғәт эсендә бирелгән бөтә һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.
Марттағы киләһе "ҡыҙыу линия" 23-дә үткәрелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ һорауыңды гәзиттең 15-се битенән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика