10:59 (UTC+5), 09 Марта 2010

Хәйбулла районында «Театр яҙы-2010» район фестивале үтә

Әлфиә Әһлиуллина
Хәйбулла районында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына һәм райондың 80 йыллығына арналған «Театр яҙы-2010» район фестивале үтә.
«Башинформ» агентлығына Хәйбулла районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Лилиә Ғатауллинаның хәбәр итеүенсә, Әбүбәкер, Федоровка, Быҙаулыҡ ауылдарының мәҙәниәт йорттары коллективтары үҙенең эшен беренселәрҙән булып күрһәткән. Улар Ибраһим Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре», Әсхәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» һәм Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө» пьесалары буйынса хәрби тематикаға спектаклдәр тәҡдим иткән.
Театраль коллективтарҙың уйынын тамашасы ғына түгел, актерҙар оҫталығын, декорацияларҙы, спектаклдең музыкаль биҙәлешен билдәләүсе компетентлы жюри ла баһалай.
Һәүәҫкәр театр сәнғәтен, милли йолаларҙы, традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, район драма түңәрәктәре етәкселәренең һөнәри оҫталығын, һәүәҫкәр актерҙарҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү «Театр яҙы-2010» район фестиваленең төп маҡсаты иҫәпләнә.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса Гран-при, 1-се, 2-се һәм 3-сө урындар биреләсәк, шулай уҡ «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы ир-егет роле», «Иң һәйбәт музыкаль биҙәлеш», «Иң оҫта кире герой роле», «Иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы спектакль сценографияһы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика