04:56 (UTC+5), 05 Марта 2010

БР Мосолмандары Диниә назаратында “Ислам мәсеттәре” фотокүргәҙмәһе асылды

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратында «Ислам мәсеттәре» фотокүргәҙмәһе асылды. Иран ҡалаларының үҙенсәлекле архитектуралы мәсеттәре һүрәтләнгән эштәрҙең авторы – Иран Республикаһының Мәскәүҙәге Мәҙәниәт вәкиллегенең рәсми вәкиле, Мәрйәм Солтанова исемендәге Мәҙрәсә уҡытыусыһы Сирус Борзу.
Сирус Борзу эштәре менән танышырға билдәле фотографтар, республика мосолман дине башлыҡтары, Кинйә Арыҫланов исемендәге хәйриә фонды ағзалары, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге, Өфө юғары уҡыу йорттары педагогтары һәм студенттары, ябай фотосәнғәт һөйөүселәр килде.
БР мосолмандары Диниә назаратында бындай күргәҙмәләр ойоштороу матур йолаға әйләнгән. Әлеге экспозиция – иҫәбе буйынса дүртенсе. Элегерәк бында БР Фоторәссамдар ойошмаһы рәйесе Рәмил Килмәмәтовтың эштәре, шулай уҡ йәш шамаилистар – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты студенттары һүрәттәре ҡуйылғайны.
— Был бинала үткән күргәҙмәләр йәмғәтселектең иғтибарын әйләнгән һайын күберәк йәлеп итә бара, һәм бер Өфөнән генә түгел, республиканың башҡа райондарынан да киләләр, — тине БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин.
Сирус Борзуның үҙе әйтеүенсә, ул үҙен профессиональ фоторәссам тип иҫәпләмәй.
— Күргәҙмәгә әҙерләнгәндә, мин һеҙҙең республика халҡын илемдең мәҙәниәте менән яҡындан танышырға мөмкинлеге булыуын теләнем, — тине ул. – Әгәр мин төшөргән фотолар кемгәлер уңышлы күренһә, был һис шикһеҙ материалдың сифатына бәйле. Мәсеттәр шул тиклем күркәм, уларҙы насар һүрәтләү мөмкин дә түгел.
Шулай ҙа, Рәмил Килмәмәтов фекеренсә, Сирус Борзу ысын мәғәнәһендә фоторәссам оҫталығына эйә, хатта ҡайһы бер эштәрен ысын шедевр тип атарға мөмкин.
— Шул уҡ мәлдә күргәҙмәнең профессиональ кимәлдә генә түгел, ә күңел биреп әҙерләнгәне күренеп тора, — тине Рәмил Килмәмәтов. – Автор үҙе төшөргән фотоларҙағы донъя менән яҡшы таныш. Һәм был экспозициянан тыш, ул Ер шарының теләһә ҡайһы урынында күрһәтергә мөмкин булған фотоһүрәттәрҙән бай фонд туплағандыр, тип уйлайым.
Сирус Борзу фотоларында Иран ҡалаларының мәсеттәре һүрәтләнгән, ләкин улар тәү сиратта ислам мәҙәниәтенең күп быуатлыҡ тарихын сағылдыра. Был архитектура шедеврҙары бер йыл йәки бер быуат ҡына төҙөлмәгән, мәсеттәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле, стиле буйынса уникаль, һәр улар араһында ике бер-береһенә оҡшашты табыуы мөмкин түгел.
—Иран мәсеттәре Бохара, Сәмәрҡәнд, Ташкент кеүек Урта Азия ҡалаларындағы ғибәҙәтханаларҙы хәтерләтә , — тип иҫәпләй БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең урынбаҫары Әйүп Бибарсов. – Шул уҡ мәлдә улар ярайһы айырыла ла. Ә беҙҙең республикала һәҡланған мәсеттәр төҙөлөшө архитектураһы традицияһы менән Иран мәсеттәре стиленең оҡшашлығы унан да әҙерәк.
Сирус Борзу күргәҙмәһе өфөлөләргә алыҫ көнсығыш иле мәҙәниәтен аңларға ғына түгел, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫешенә, Иран менән Башҡортостандың мәҙәни бәйләнешен нығытыуға ла ыңғай тәьҫир итәсәк. Хәйер, беҙҙең республиканан яуап күргәҙмәне оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк, сөнки Рәмил Килмәмәтов Сирус Борзунан быйыл йәй Иран ерендә Башҡортостанға арналған фотокүргәҙмә әҙерләргә саҡырыу алған.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика